Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апреля , 07:13

Ҡапыл ауырып китһәгеҙ...

Ауырыҡһынып торһағыҙ ҡул аҫтындағы дауалар ярҙам итер.   Был ябай ғына даулау ысулдары  көндәлек тормошта организмды формала тоторға ярҙам итер.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡапыл ауырып китһәгеҙ...Ҡапыл ауырып китһәгеҙ...
Ҡапыл ауырып китһәгеҙ...

 

Ҡәнәфер. Иртәнсәк ас ҡарынға бер-ике ҡәнәферҙе сәйнәгеҙ.  Ул микробтарға ҡаршы көрәшергә, иммунитетты күтәрергә һәм аш эшкәртеүҙе яҡшыртырға ярҙам итер.

  Баш әйләнгәндә тоҙ  ҡулланығыҙ.  Тел ососна бер семтем генә  тоҙ алһағыҙ, еңелсә ҡан баҫымы төшөүгә бәйле  баш әйләнеүҙән һәм хәлһеҙлектән ярҙам итер.

Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоһағыҙ, ромашка сәйе эсегеҙ. Төнгөлөккә бер стакан ромашка сәйе  нервы системаһын тынысландыра һәм тиҙерәк йоҡлап китергә ярҙам итә.

Имбирь сәйе һалҡын тейеүҙән ярҙам итә.  Бының өсөн ҙур булмаған имбирь киҫәгенә  бер стакан ҡайнар һыу ҡойойп, лимон менән бал өҫтәгеҙ. Бындай сәйҙе һалҡын тейеүеҙең тәүге билдәләре беленә башлау менән эсергә кәңәш ителә. 

Иммунитет өсөн бал менән лимон файҙалы. Ас ҡарынға бер ҡалаҡ балға ярты лимон һуты ҡушып ашау – организмдың  һаҡлау көстәрен нығытыу өсөн иң популяр сара.

Кәбеҫтә япрағы  ауыртыуҙы баҫа. Ғәҙәттә шешенеүен һәм күгәреүен баҫыу өсөн ауыртҡан урынға кәбеҫтә япрағы ябалар.

Гөлйемеш төнәтмәһе – витаминдар сығанағы. Ике ҡалаҡ кипкән мешенеә 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 2 сәғәт төнәтергә һәм С витамины сығанағы булараҡ, көнөнә  ике – өс тапҡыр 100-әр мл эсергә.

Баш ауыртыуҙан бөтнөк үләне ярҙам итә. Уның төнәтмәһен ( бер стаканға бер балғалаҡ) әҙ-әҙ йотомлап көн дауамында эсергә. Шулай уҡ һалҡын компресс фопмаһында маңлайға ҡуйырға мөмкин.

Диңгеҙ тоҙо менән әҙерләнгән ванна тынысландыра. 200 – 300 г диңгеҙ тоҙон йыллы йылы ваннаға һалып, 15 – 20 минут ятып алыу, көсөргәнештән ҡотолорға һәм йоҡоно яҡшыртырға ярҙам итә.

Иғтибар: Был кәңәштәр һеҙгә мәғлүмәт өсөн. Ә кемдәрҙең хроник ауырыуҙары бар, шулай уҡ  ауырлы  ҡатындарға  уларҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина