Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апреля , 11:00

Һаҡ булығыҙ: талпандар һөжүм итә

Башҡортостанда йөҙләгән кешене талпан тешләп өлгөргән дә инде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаҡ булығыҙ: талпандар һөжүм итәҺаҡ булығыҙ: талпандар һөжүм итә
Һаҡ булығыҙ: талпандар һөжүм итә

 Хәүефле миҙгел башланғандан алып медиктарға  327 кеше мөрәжәғәт иткән. Талпан ҡаҙалыу осрағы  күберәк Өфөнән ситтә теркәлгән.

 Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә,  әле парктарҙа, скверҙарҙа һәм ял урындарында был ҡанэскес бөжәктәргә ҡаршы эшкәртеү бара. Уны 25 апрелгә тамамларға ниәтләйҙәр.  Белгестәр ҡулайлаштырылған парктарҙа йөрөргә, тәнде ҡаплап торған кейем кейергә, йөрөп ҡайтҡандан һуң, тәнде яҡшылап ҡарарға  кәңәш итә.

Ә инде талпан ҡаҙала икән, Гигиена үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, уның ҡурҡыныс инфекция таратыусы түгелме икәнлеген тикшертергә онотмағыҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина