Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апреля , 07:50

Бер полицейский үлгән, өсәүһе ҡаты яраланған

 Автомат менән ҡоралланған енәйәтсе Ырымбур өлкәһенән Башҡортостан яғына юл тотоуы мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер полицейский үлгән, өсәүһе ҡаты яраланғанБер полицейский үлгән, өсәүһе ҡаты яраланған
Бер полицейский үлгән, өсәүһе ҡаты яраланған

Ырымбурҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алынған саҡта, ул полиция хеҙмәткәрҙәрен атып үлтергән. Бер  хоҡуҡ һаҡсыһы һәләк була, тағы өсәүһе яралана.  

Ирҙең федераль эҙләүҙә булыуы билдәле. Полиция уны Аккермановка ҡасабаһында тоторға маташа, әммә тотҡанда ир ут аса. Ғәйепләнеүсе ҡасҡан, уны эҙләйҙәр.  

Яраланған полиция хеҙмәткәрҙәре дауаханаға оҙатылған.

Автор:Гөлнара Солтанова