

Бөгөн, 17 апрелдә, Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +12,+17 градус.
Иртәгә, 18 апрелдә, һиҙелерлек яуым-төшөм фаразланмай, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ.
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1,+6, урыны менән -4 градус, көндөҙ +12,+17 градус.