Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель , 06:45

«Ҡош-ҡортто юҡ итеп бөттө, бала-саға өсөн ҡурҡабыҙ»

Ишембай районының Кузьминов биҫтәһе халҡы хәүеф янауын әйтә.

«Ҡош-ҡортто юҡ итеп бөттө, бала-саға өсөн ҡурҡабыҙ»«Ҡош-ҡортто юҡ итеп бөттө, бала-саға өсөн ҡурҡабыҙ»
«Ҡош-ҡортто юҡ итеп бөттө, бала-саға өсөн ҡурҡабыҙ»

Ишембайҙың Кузьминов биҫтәһендә инде дүртенсе көн өс эт ҡотора. Биҫтә халҡы белдереүенсә, хайуандар ябыҡ һарайҙарға ла  үтеп инә, таҡталарҙы һындыра, сеткаларҙы йыртып, йорт ҡоштарын быуа. Ошо ваҡыт эсендә, улар урындағы кешеләрҙең һүҙҙәре буйынса, йөҙгә яҡын тауыҡтың башына етә.
«Беҙ ғариза яҙҙыҡ, хакимиәткә шылтыраттыҡ, бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Һәр иртә был эттәр ҡоштарыбыҙҙы талап юҡ  итә, зинһар, беҙгә ярҙам итегеҙ! Тәүҙә – тауыҡтар, аҙаҡ балалар буласаҡ», – ти Кузьминовка халҡы.
Ишембай районы хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, хужаһыҙ эттәрҙе тотоу эштәрен «Мягкие лапки» («Йомшаҡ тәпәйҙәр») ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға ярҙам үҙәге белгестәре башҡарасаҡ. Эттәрҙе тотоуға ғариза бирелгән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас