

– Миңә ашығыс рәүештә яҡшы адвокат кәрәк!– тип хәбәр итте Миләүшә Шәйхисламова социаль селтәрендә.
Уның һүҙҙәренсә, барыһы ла чебуречнаяға барыуҙан башлана, унда, блогерҙың әйтеүенсә, элек ҡалалағы иң яҡшы чебуректар һатылған була.
Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, Миләүшә менән һатыусы араһында был ризыҡты ниндәй ит менән әҙерләргә кәрәклеге тураһында бәхәс сыға.
Миләүшә аптырап һорай:
– Чебуректар бешерелгән иттән була аламы?
- Чебуректар ҡыҙҙырылған ваҡытта, ит уның эсендә бешә, — ти һатыусы.
- Ә һеҙ башта итте бешергәнһегеҙ бит һуң, һуңынан уны ит үткәргес аша үткәреп, чебуректар эсенә һалғанһығыҙ. Мин бит фаршты һәм бешереп һалынған итте айырам, — ти Миләүшә.
Тик был хәл бәхәс менән генә бөтмәй.
Күптән түгел чебуречная хужаһы блогерҙы судҡа бирергә ниәтләүен әйтә. Ул блогерҙы кеше кәмһетеүҙә ғәйепләй. Миләүшә әлеге хәлгә аптырап ҡала, уның нисек бындай боролош алыуын аңламай. Сөнки ул бер кемде лә кәмһетмәй, ә бары тик, чебуректарҙы бешерелгән иттән әҙерләп булмай, тигән фекерен генә еткерә.