

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битләүендә БПЛА-ның күпләп һөжүм итеүенә аңлатма бирҙе.
Бөгөн, 15 апрелдә, Стәрлетамаҡта сәнәғәт зонаһы өҫтөндә бер нисә украин пилотһыҙ аппаратын бәреп төшөрҙөләр.
Улар бер предприятие биләмәһенә төшә.
"Ваҡиға урынында бөтә хеҙмәт тә эшләй, янғынды һүндерә. Тулыраҡ мәғлүмәтте асыҡлайбыҙ", – тип өҫтәне республика етәксеһе.