

Судта ҡатындың, таныштары менән бергә, риелторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеп, төрлө сығанаҡтарҙан үлгән яңғыҙ граждандар тураһында мәғлүмәт алыуы асыҡлана. Улар фатирҙарға ялған документтар әҙерләй, һатып алыусыларҙы таба һәм торлаҡ биналарын күрһәтә, килешеүҙәрҙе теркәүҙә ҡатнаша. Бынан тыш, ялған документтар нигеҙендә кредит ойошмаларынан мәрхүмдәрҙең 6,5 миллион һум аҡсаһын алғандар. Һөҙөмтәлә енәйәтселәр 20 фатир һата, килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 65 млн һумдан ашып китә.
Мут ҡатынды суд 6 йыл да 6 айға дөйөм режимлы колонияға хөкөм итте.
Фото һәм видео: БР Прокуратураһы.