

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы (МЧС) мәғлүмәттәре буйынса, республиканың көньяҡ-көнсығышында елдең үтә көслө булыуы ихтимал, ә төньяҡ-көнсығышта һауа температураһының -7 градусҡа тиклем төшөүе көтөлә.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республика биләмәһендә аяҙлы-болотло һауа торошо булыуы фаразлана, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр, көньяҡ-көнсығышта елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +3, -2°, төньяҡ-көнсығышта -7°-ҡа тиклем, көндөҙ +9, +14°.