

Дүрт ай элек батып үлгән һарыҡтар өҫкә ҡалҡып сыға башлаған. Урындағы халыҡ был күренеште видеоға төшөрөп, соцаль селтәрҙәренә ҡуя. Кадрҙарҙа яр ситендә бер нисә үлгән һарыҡ түшкәһенең йөҙөп йөрөүе күренә. Әлегә хәл буйынса рәсми комментарийҙар юҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 16 декабрҙә Луч утары янында булған хәл. Һарыҡ көтөүе икенсе ярға йоҡа боҙ аша сыҡҡанда боҙ аҫтына китә. Тик берәүһе генә иҫән ҡала. Үлгән хайуандарҙың мәйеттәрен шунда уҡ сығара башлайҙар, һәм эште бер айҙан һуң ғына тамамлайҙар. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 1340 мал сығарылған. Фермер зыян суммаһы 20 миллион һумдан ашып киткән тип белдерә. Уға ҡотҡарыусыларҙың эшенә түләргә, шулай уҡ һәләк булған хайуандарҙың мәйеттәрен Татарстандың Алабуға ҡалаһындағы хайуан ҡалдыҡтарын эшкәртеү предприятиеһына ебәрергә кәрәк була.