Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель , 07:05

«Йыл ярым ғаиләбеҙ шок кисерҙе...»

Фирҙүс Тямаев ғаиләһендә булған иң ауыр мәле хаҡында  һөйләгән.

«Йыл ярым ғаиләбеҙ шок кисерҙе...»«Йыл ярым ғаиләбеҙ шок кисерҙе...»
«Йыл ярым ғаиләбеҙ шок кисерҙе...»

«Бик иланы, йыл ярым ғаиләбеҙ шок халәтендә булды», — тигән ул ҡыҙы Мәрйәм тураһында.
— Һеҙ гастролдәрҙә саҡта, таяҡтың ауыр башы барыбер ҡатынығыҙ Резидәгә эләккәндер?.

— Беләһегеҙме, йортта тыныслыҡ булмауы гастролдә саҡта ла һиҙелде. Шылтыратам, Резидә илай, кәйефе юҡ. Ундай ваҡытта тормош иптәшеңдең эргәһендә лә булғы килә бит. Бик ауыр хәлдә инек. Шуға бер генә теләк — барыһының да балалары иҫән-һау булһын, иламаһын!

Уның ҡарауы, Мәрйәм ғаиләбеҙҙе йыйҙы, бер-беребеҙгә тағы ла яҡынайтты. Барыбыҙ ҙа ҡыҙымдың күҙенә генә ҡарап торабыҙ. Ҡыҙ бала атаһы булыуым өсөн Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Был – бөтөнләй башҡа хис-кисерештәр. Бәләкәй генә ҡулдары менән ҡосаҡлап ала. Бер йәшендә үк теле асылды, тыпырҙай-тыпырҙай «атай» тип йөрөй. Социаль селтәрҙәргә бик ҡуймаҫҡа тырышам инде, сөнки күҙ тейә. Үҙебеҙ ҙә уны яратып ҡарайбыҙ. Тик характеры – ай-яй-яй, үҙенекен эшләмәй ҡалғаны юҡ. Миңә оҡшап шундай булғандыр инде.

Мәрйәм тыуғас, ҡатын-ҡыҙға ҡарата хөрмәтем тағы ла артты. Бейеүсе ҡыҙҙарымды йыям да: «Ҡыҙҙар, тыңлағыҙ, һүҙемдән сыҡмағыҙ, үҙегеҙгә асыуланырға мәжбүр итмәгеҙ. Минең дә ҡыҙым үҫә. Уға асыуланһалар, үҙемә лә бик ауыр булыр ине. Ауыр ситуацияға ҡуймағыҙ», — тием. Ғаиләлә ҡыҙың булғас, уйланаһың, башҡа ҡатын-ҡыҙға икеләтә хөрмәт менән ҡарай башлайһың икән. Әлбиттә, бер кешегә лә былай ғына асыуланмайһың, уның сәбәбе була. Төркөмөмдә – 22 кеше. Өфө һәм Ҡазан концерттарында иһә 55 кеше эшләй. Уларҙы тотоп торорға ла кәрәк бит. Бер аҙ асыуланмайынса тәртип урынлаштырып булмай.

Оло улыбыҙ инде буйға миңә етеп  килә. Минең салбарҙар, курткаларҙы ла эләктереп сығып китә. Үҙем иһә матур кейенергә яратам.Улым модный аяҡ кейемемә тиклем кейә. Малай атаһы булыуымды шул рәүешле тағы бер ҡат аңлай башланым. Кесеһе бейеүгә әүәҫ, бик яратып бейеү ансамбленә йөрөй», — ти йырсы.

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас