Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель , 06:35

«Ҡурҡыу һәр нормаль кешегә хас»

Рөстәм Нәбивтың планетаның иң юғары нөктәһен – Эвересты яуларға йыйыныуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Әле ул юғары нөктәгә артылырға ҡурҡыуын хәбәр иткән. 

«Ҡурҡыу һәр нормаль кешегә хас»«Ҡурҡыу һәр нормаль кешегә хас»
«Ҡурҡыу һәр нормаль кешегә хас»

 

Блогер Лукла ҡалаһынан алдағы бейеклеккә күтәрелгән. Ул әкренләп акклиматизация үтә. Ә экспедиция майҙа башланасаҡ. Рөстәм Нәбиев тауға менеү этаптарын блогында яҡтыртып бара.

«Бөгөн өйҙән киткәнемә етенсе көн. Беҙ Лукла ҡалаһынан вертолет менән 3600 метр бейеклеккә күтәрелдек. Был урын ерле халыҡ телендә Коте тип атала. Луклала бер нәмә лә рәтләп күренмәгән икән. Хәҙер беҙҙең алдыбыҙҙа — түбәләре ҡар менән ҡапланған тауҙар, боҙло стеналар. Бейеклектәр һәм минең алдымда Гималай тауҙары булыуын аңлауҙан йөрәгем торған һайын нығыраҡ тибә.

Вертолеттан төшөү менән беҙҙе бында эшләүсе бер ҡатын-ҡыҙ тантаналы  ҡаршы алды. Һәр кемдең муйынына «хаҙаҡ» тип аталған аҡ шарф бәйләне. Был — буддизм символдарының береһе. Шарфтың төҫө билдәле бер мәғәнәгә эйә. Аҡ төҫ таҙалыҡ, ихласлыҡ һәм изге ниәт менән тигәнде аңлата.

Мин тауҙарға ҡулдарымда күтәреләм. Башҡалар өсөн был тәбиғи түгел. Ләкин нәҡ бында бының артыҡ ҙур әһәмиәте юҡ. Тауҙар «нисек дөрөҫ?» тип һорамай. Һин йә күтәреләһең, йә юҡ — улар бары тик шуны ғына күрә.

Бында башҡа халәт. Тыныслыҡ. Барлыҡ кәрәкмәгән уй юҡҡа сыға. Ҡурҡыу бармы, тип һорарһығыҙ? Минең уйлауымса, ул нормаль кешенең барыһында ла бар. Ҡурҡыу хисе – беҙҙең даими юлдашыбыҙ. Әүҙем тормош рәүеше алып барғанда ҡурҡыу хисен тоймау мөмкин түгел. Ҡайһы бер мәлдә ул көсәйә, һәм был – нормаль күренеш. Дауыл алдынан да ҡурҡыу хисен тыйып булмай, хатта үлем — тормоштоң бер өлөшө икәнен аңлаһаң да», — тип яҙа ул.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас