Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля , 12:45

Таныш булығыҙ - "БалалариУм"

Баш ҡалабыҙ Өфөлә шундай үҙенсәлекле атамалы үҙәк барлыҡҡа килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таныш булығыҙ - "БалалариУм"Таныш булығыҙ - "БалалариУм"
Таныш булығыҙ - "БалалариУм"

Мәҙәни-мәғрифәт үҙәге «БалалариУм» Өфө балалар филармонияһында урынлашасаҡ. Ул "Ғаилә" милли проекты буйынса булдырыла. Проект быйыл федераль субсидия алыу буйынса һайлап алыу этабынан үткән, артабан яҙмышы нисек булыр?

«БалалариУм»да һәләтте үҫтереүгә бөтә шарт буласаҡ, тиҙәр проект авторҙары. Ул ете ижади киңлекте үҙ эсенә ала: 
- «Заһир Исмәғилев»  инструменталь коворкингы
- «Фидан Ғафаров» вокаль коворкингы
- «Уйылдан Ғалин» медиа‑лабораториһы 
- «Юрий Шатунов» тауыш лабораторияһы
- «Инна Чурикова» ваҡиғалар оҫтаханаһы
- «Сергей Аксаков» әҙәби ҡунаҡханаһы

-  «Детствотека» уйын зонаһы

Ә атамаһы ниңә шулаймы? Йәш быуын урыны булғаны өсөн "Балалар" һәм руссанан "ум" тигәне мәғрифәтселек йүнәлешен күрһәтә.

Фото: Город Уфа, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова