Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля , 16:00

Дуҫтарыңды белеү өсөн

Дуҫтарыңды белеү өсөн Ҡаза күреү етә икән, Кем кемлеген аңлау өсөн Аҡса биреү етә икән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дуҫтарыңды белеү өсөнДуҫтарыңды белеү өсөн
Дуҫтарыңды белеү өсөн

Тоғролоҡто һынау өсөн
Ситкә китеү етә икән,
Шәп кешене боҙоу өсөн
Түрә итеү етә икән.

Ышанысты юғалтырға
Бер алдашыу етә икән,
Араларҙы төҙәтергә
Бер аңлашыу етә икән.

Тәндән йәшлек киткәндә лә,
Йөрәктән һис китмәй икән,
Был донъяны аңлар өсөн
Бер ғүмеркәй етмәй икән.
Фирүзә Абдуллина.

Автор:Гөлнара Солтанова