Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель , 04:25

Башҡорт атын өйрәнеү дауам итә

Башҡортостан "Селекция һәм генетикала ғилми эштәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу" федераль проектына әүҙем ҡушылды.

Башҡорт атын өйрәнеү дауам итәБашҡорт атын өйрәнеү дауам итә
Башҡорт атын өйрәнеү дауам итә
Был эш «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты буйынса алып барыла.
Ошо көндәрҙә республика вәкилдәре "Малсылыҡта селекция, генетика һәм һанлы алымдар" тигән халыҡ-ара конференцияла ҡатнашты. Сара видеоформатта үтте, тип хәбәр итәләр. Рәсәйҙән, Ҡаҙағстандан, Беларустән, Үзбәкстан һәм Ҡытайҙан ҡатнашыусылар булған.
БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов сығышында башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү тураһында ентекле һөйләгән. Белеүегеҙсә, беҙҙә "Башҡорт аты" ғилми институты ла эшләй. Уның белгестәре Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Биохимия һәм генетика институты менән тығыҙ бәйләнештә тикшеренеүҙәр алып бара.
Башҡорт аты - уникаль тоҡом. Беҙгә уны һаҡларға ғына түгел, ә тағы ла яҡшырнаҡ өйрәнергә лә кәрәк әле.
Фото: Министерство сельского хозяйства РБ, Контента | Инфоповод
Башҡорт атын өйрәнеү дауам итә
Башҡорт атын өйрәнеү дауам итә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас