Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля , 08:35

Акцияла ҡатнашыу туған телгә мөнәсәбәтте күрһәтә

  17 апрелдә  «Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант» акцияһы үтәсәк. Унда ҡатнашырға теләүселәр  майҙансыҡтарҙа ла, онлайн-форматта диктант яҙа ала.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Акцияла ҡатнашыу туған телгә мөнәсәбәтте күрһәтәАкцияла ҡатнашыу туған телгә мөнәсәбәтте күрһәтә
Акцияла ҡатнашыу туған телгә мөнәсәбәтте күрһәтә

Унда ҡатнашырға теләүселәр  төрлө майҙансыҡтарҙа ла, онлайн-форматта ла диктант яҙа ала.

Сара Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма тарафынан БР  Мәғариф министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия  университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ төбәк милли-мәҙәни берекмәләре ярҙамында үткәрелә. Диктант текстары темаһы – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуы.

Телһөйәрҙәрҙе берләштергән сара хаҡында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов үҙенең фекерҙәре менән бүлеште.

– Быйыл , ғәҙәттәгесә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  халыҡ-ара башҡорт теленән диктантты  бер нисә майҙансыҡта ойоштора. Мин үҙем Санкт- Петербург тау университетында ойоштороласаҡ майҙансыҡта диктант яҙасаҡмын. Төньяҡ-көнбайыш диалектында  яҙыусылар Ҡариҙел районында үткәреләсәк Унлар ырыуы башҡорттары  съезында яҙырға тейеш. Баш ҡалабыҙға был мәртәбәле сараға Ҡурған өлкәһенән бер төркөм ағинәйҙәрҙең дә килеүен көтәбеҙ.

Был халыҡ-ара акцияның маҡсаты – башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, уны  туған телебеҙҙе өйрәнеүгә киң йәмәғәтселекте  йәлеп итеү, киң даирәләргә танытыу. Милләттәштәребеҙҙе берләштергән, телебеҙҙе пропагандалаған  сара  туған телебеҙгә ҡарата булған мөнәсәбәтте лә күрһәтә. Матур бер байрамға әүерелгән был саранан ситтә ҡалмайыҡ!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина