

Өфөлә яңы урамдарҙың исемдәрен билдәләүҙәрен һорайҙар. Был хаҡта Өфөнөң Баш архитектура идаралығынан хәбәр иттеләр.
Фекер алышыуға Ленин һәм Дим райондарындағы урамдарға исем биреү буйынса тәҡдимдәр индерелде : Вәсилә Фәттәхова урамы – Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы хөрмәтенә, уның тауышы заманса милли эстрада символына әүерелде;
Владимир Высоцкий урамы күренекле совет шағиры һәм актеры иҫтәлегенә;
Шулай уҡ исемлектә «Бесшумный тыҡрығы» һәм «Туған яҡ» урамы бар (был билдәле йырҙы Вәсилә Фәттәхова башҡара).
Икенсе һорау алыу Ленин районында боҙҙа мотоуҙыш буйынса 20 тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников хөрмәтенә урамға уның исемен бирергә арналған. Ике варианты һайларға тәҡдим ителә: «Николай Красников» урамы йәки «Мотоуҙышсы Красников» урамы.
Фекерҙәрҙе йыйыу 23 апрелдә тамамлана.