Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апреля , 06:55

Өфөлә банкоматта ҡан ҡойош!

Өфөлә билдәһеҙ кеше банкоматтан аҡса алған кешегә һөжүм итә. Әле енәйәт ҡылыусы ҡулға алынған.

Өфөлә банкоматта ҡан ҡойош!Өфөлә банкоматта ҡан ҡойош!
Өфөлә банкоматта ҡан ҡойош!

Өфөлә, 11 апрелдә, кис Амантай урамындағы банкомат янында кешегә һөжүм иткәндәр.

Ваҡиға хаҡында Өфө блогеры Хөршәт Нурматов социаль селтәрҙә хәбәр итә. Уның һүҙҙәренсә, билдәһеҙ кеше банкоматтан аҡса алып тороусыға бысаҡ менән һөжүм иткән. Зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған.

Әле был факт буйынса тикшереү үткәрелә.

 "Ваҡиғала ҡатнашыусылар асыҡланған. Процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк", - тип хәбәр итәләр  Эске эштәр министрлығынан.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас