

Ауыᴘлыҡҡᴀ зᴀᴘлᴀнмᴀйым:
Бᴀᴘыһы үтᴇᴘ,
Донъям имᴇн, һᴀулығым бᴀᴘ,
Аллᴀғᴀ шөкөᴘ!
Йонсоу көнгә һис көймәйᴇм,
Ҡояш һүнмәгән.
Был ғүмᴇᴘҙᴇ хоҙᴀйыбыҙ
бушҡᴀ биᴘмәгән!
Аҡсᴀ юҡ, тип илᴀмᴀйым:
тᴀбыᴘғᴀ булᴀ,
Бәхᴇт мᴇнән имᴀн бᴀᴘҙᴀ
Йәшәᴘгә булᴀ!
Һәᴘ яңы көн – яңы тоᴘмош,
Күңᴇлдәᴘ бөтөн!
Бисмилла тип бᴀшлᴀнғᴀн көн
Тик мᴀтʏᴘ үтᴇᴘ!
* * * *
Һин ғәйепле түгел,
Мин дә түгел.
Үпкә һаҡламайыҡ йөрәктә.
Был һөйөүҙе мәңге хәтерләтеп
Ғазаптары үтер үҙәккә.
Һин ғәйепле түгел,
Яҙмыштарҙың
Яңылыш китеүенә ҡасандыр.
Таһирҙан айырғанда Ләйләһен
Беҙҙең һөйөү уға ни һандыр?
Һин ғәйепле түгел,
Ғазапланма,
Мин дә күндем инде барыһына.
Рәсемеңде күрһәм һағыныуҙан
Күҙ йәштәре түгәм аҙ ғына.
Һин ғәйепле түгел...
* * * *
Йыуатырға кәрәкмәйҙер мине:
Керпектәге йәштәр кипте инде.
Был ғәҙәти тормош дауам итә -
Кемдер килә, ә кемдәрҙер китә.
Киткәндәрҙе көсләп тотҡом килмәй,
Һәр кем ерҙә тик бер генә йәшәй:
Үткәндәргә ишектәрҙе ябам,
Ҡояш өсөн күңелемде асам.
Эйе, хәтирәләр ҡайсаҡ күҙҙәрҙә
Сәбәп булыр инде йәштәргә.
Ә шулай ҙа йыуатмағыҙ мине,
Һис кәрәкмәй мине йәлләргә.
Хәйерле юл тейем киткәнгә,
Үкенес юҡ һис тә үткәнгә.
Тормош дауам итә унһыҙ ҙа,
Унһыҙ ҙа бит мөмкин йәшәргә.
* * * *
Донъя алдаҡ бит ул, байлыҡ менән
Ҡыҙыҡтыра әҙәм балаһын.
Һумдар, меңдәр һанап ғүмер үтә
Белмәйбеҙ тик тормош баһаһын.
Алтын-көмөш сикһеҙ, байлыҡ тиеп
Нәфселәрҙе һуҙып аҙмайыҡ.
Мал артынан сабып ғүмерҙәрҙең
Матурлығын күрмәй ҡалмайыҡ.
* * * *
Тормош юлы - үрмәле гөл,
Һәр саҡ алға ынтыла.
Үрләй бары юғарыға,
Ҡояш нуры, яҡтыға.
Тик кешеләр ҡай сағында
Үҙҙәре лә һиҙмәҫтән,
Үткәндәргә сат йәбешеп
Баш тарта киләсәктән.
Һағынһаң да, үкенһәң дә,
Матур булһа ла хатта,
Улар ҡалғандар тарихта,
Улар ҡалғандар артта.
Үрмәгөлдәй тормош юлы
Ынтылһын һәр саҡ алға.
Бөгөнгө көндө йәшәйек,
Үкенес булмаһын ул да.
* * * *
Һәр таң һайын изге фәрештәләр
Кешеләргә һөйөү таратһын.
Һәммә кеше яңы көн тыуғанда
Өмөт менән уға ҡараһын.
Яратайыҡ яңы көнөбөҙҙө,
Күршебеҙҙе, өйҙө, эшебеҙҙе.
Яратайыҡ, әммә онотмайыҡ
Ҡәҙерләргә үҙ(е)беҙ үҙебеҙҙе.
* * * *
Доға ҡылам, барлыҡ тормошома:
Шөкөр итәм бәхет, һаулыҡҡа.
Ярҙам иткән дуҫтар-туғандарға,
Матур барғанына яҙмышҡа.
Доға ҡылам насар уйҙар менән
Дошмандарым килһә яныма.
Мин кисерәм, Аллаһ ҡаршыһында
Үҙе яуап тотор ҡылығына.
Доға ҡылам имен үткән көнгә,
Доға ҡылам атҡан таңдарға.
Доға ҡылам Хоҙай биргән һыйҙан
Ултырғанда тамаҡ ялғарға.
Доға ҡылып рәхмәтемде әйтәм
Изгелеге тейгән һәр кемгә.
Доға ҡылып шөкөрана ҡылам,
Именлектә килһән һәр көнгә.
* * * *
Матурлыҡты күрер өсөн
Ниндәй күҙ кәрәк?
Ни өсөн һуң булғанына
Шөкөр итәбеҙ һирәк?
Ә насарҙы тиҙ күрәбеҙ,
Иғтибар юҡ яҡшыға.
Шөкөр итә белмәһәк тә
Зарланырға яй сыға.
Матур бит ул был донъялар
Күрә белеп күргәнгә.
Мең тапҡыр шөкөр итерлек
Ҡәҙерҙәрен белгәнгә...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Фото: шәхси архивтан.