Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апреля , 10:20

Тәҙрә йыуғанда һаҡ булығыҙ!

Өфөлә бәхетһеҙ осраҡ булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәҙрә йыуғанда һаҡ булығыҙ!Тәҙрә йыуғанда һаҡ булығыҙ!
Тәҙрә йыуғанда һаҡ булығыҙ!

Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Дан Бульварындағы бер йортта йәшәүсе 59 йәшлек ҡатын 3-сө ҡаттағы фатирында тәҙрә йыуғанда аҫҡа ҡолап төшкән. Ярай әле, ауыр фажиғә булмаған - ҡатын подъезд ҡыйығына төшкән. Уны ҡотҡарыусылар табиптар ҡулына тапшырған. Әле дауалана.

Зинһар, һаҡ булығыҙ!

Тәҙрә йыуғанда ныҡ тотоноғоҙ, оҙон һаплы махсус йыуғыс ҡулланығыҙ, эргәгеҙҙә берәү булһын.

Фото: УГЗ г. Уфы.

Автор:Алһыу Ишемғолова