

Яҙғы гиповитаминоздан. Көн һайын салатҡа бер ҡалаҡ ваҡланған йүкә бөрөһөн ҡушырға.
Матдәләр алмашыныуы боҙолғанда. Бер ҡалаҡ ваҡланған бөрөгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 3 – 5 минут тоторға. Һуңынан бер сәғәт төнәтеп, һөҙөп алырға. Төнәтмәне ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 2 – 3 тапҡыр ¼ стакан эсергә.
Янған, эренләп торған урынға һәм сиҡан сыҡҡанда. Яңы йыйылған бөрөнө иҙеп, бер төрлө массаға килтереп, ауыртҡан урынға ҡуйырға һәм уны целлофан ябып, бәйләп ҡуйырға кәрәк. Көнөнә ике тапҡыр алмаштырырға.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.