

“Тәңкәләр аҙналығы” – Рәсәй Банкының тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштырыу буйынса традицион акцияһы. Был сара Башҡортостанда 18 апрелгә тиклем үтә.
Нимә эшләргә:
- ваҡ аҡсаларҙы йыйығыҙ (хатта насарайғандары ла бара);
- алмаштырыу урынын һайлағыҙ — банк йәки монетнаянеделя.рф сайтындағы исемлеккә ингән магазиндарҙың береһе;
- тәңкәләрҙе алып барығыҙ (банкка барһағыҙ, паспорт кәрәк була).
Ҡайһы бер банктар аҡсаны һеҙҙең иҫәпкә шунда уҡ күсерә ала.
Әйткәндәй, былтыр көҙ республика халҡы 750 меңдән ашыу тимер аҡса тапшырған – дөйөм суммаһы 3,5 млн һумдан ашыу, ә дөйөм ауырлығы 3,6 тонна тәшкил иткән.