Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апреля , 14:30

Нисек тиҙ генә йоҡлап китергә?

Түбәндә ике минутта йоҡоға талыу ысулы бирелә.

Нисек тиҙ генә йоҡлап китергә?Нисек тиҙ генә йоҡлап китергә?
Нисек тиҙ генә йоҡлап китергә?

Баҡһаң, хәрбиҙәр ошоно ҡуллана икән.
Беренсенән, тәнде тулыһынса еңеләйтергә, йәғни мускулдарҙы хәлһеҙләндерергә (мышечное расслабление) кәрәк. Хәрби методикаға ярашлы, тәүҙә бөтә мускулды бер нисә секундҡа көсөргәнешкә килтерергә, һуңынан ҡапыл "ебәрергә".
Әлбиттә, ятҡан урын уңайлы булырға тейеш. Аяҡтарҙы ла турайтырға һәм бер аҙ айырырға. Күҙҙе йомоп, еңелсә генә өҫкә "ҡарарға" (закатить вверх). Был мейегә бер сигнал була икән.
Икенсенән, һулышты көйләргә. Йоҡлар алдынан ул тәрән һәм әкрен булырға тейеш. "4 – 7 – 8" техникаһына иғтибар итегеҙ: тыныс ҡына танау аша эскә тын алырға (дүрт секунд тирәһе), шунан тотоп торорға (ете секунд), унан әкрен генә ауыҙҙан сығарырға (һигеҙ секундҡа һуҙырға). Был ритм йөрәк тибешен әкренәйтә, тән температураһын төшөрә.
Өсөнсөнән, йоҡларға тырышҡанда мейе көн дауамында булғандарҙы иҫкә төшөрә йәки иртәгәге көндө уйлай башлай. Быны туҡтатыу өсөн хәрби ысулдарҙа тыныс, бер төрлө генә күренеште күҙ алдына килтерергә кәңәш итәләр. Мәҫәлән, ҡояш байыу йә күктә яй ғына йөҙгән болоттар. Күренеште анализларға тырышмаҫҡа, бары тик күҙәтергә генә.
Ошолай йоҡлап та китерһегеҙ)))

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас