

CHINA FOOD & DRINKS FAIR күргәҙмәһендә ҡытай партнерҙары менән килешенгән, оҙаҡламай рәсми документтар әҙерләнә. Беҙҙә етештерелгән борщ, кетчуп, иҙелгән емештәр менән ҡыҙыҡһыналар. Аньхой провинцияһынан бер дистрибьютер продукцияны айырыуса оҡшатҡан. Улар аҙыҡ-түлекте JD.com платформаһында һәм Сычуань, Аньхой, Гуандун төбәктәрендә һатырға ниәтләй.
Башҡортостанда эшләнгән һәм үҫтерелгән продукцияны сит илдәргә һатыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы бара.
Фото: Национальные проекты РФ