

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, уларға Чесноковка ҡасабаһы янында бер водителдең бүрегә оҡшаған ике хайуан күреүе тураһында хәбәр килгән.
Шул тирәне һунар инспекторҙары тикшерә. Әлегә бүре осрамаған. Тепловизор менән ҡарайҙар.
Бүреләр, ғәҙәттә, Өфө кеүек ҙур ҡала өсөн ят күренеш тә, тик уларҙы бығаса яҡын райондарҙа - Кушнаренко, Благовещен тирәһендә күргәндәр.
Фото: видеонан скриншот.