

Уҙған тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыуға зарланып 13 кеше шылтыратҡан.
Ташҡан һыу арҡаһында туғыҙ юлда хәрәкәт сикләнгән - Белорет, Шишмә, Бөрө, Яңауыл райондарында һәм Өфө ҡалаһында (5).
Өс күпер һыу аҫтында ҡала бирә - Баҡалы, Бишбүләк һәм Ҡалтасы райондарында.
52 баҡса участкаһынан да һыу һаман китергә йыйынмай (Өфөлә - 50, Яңауыл районында ике баҡса участкаһы).
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.