Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель , 07:17

Юлды яптылар!

Бөгөн Белорет районында Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлының 208-249 саҡрымында ҡар яуыуы күҙәтелә. Шуға бәйле 12:00 сәғәттә бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Юлды яптылар!Юлды яптылар!
Юлды яптылар!

Сикләү яҡынса 14:00 сәғәткә тиклем.

Дәүләт автоинспекцияһы һауа шарттары яҡшырғанға тиклем ошо йүнәлештә йөрөүҙән тыйылырға кәңәш итә. Бигерәк тә ҡышҡы резинаны йәйге резинаға алмаштырырға өлгөргәндәр өсөн.

Фото: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас