Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апреля , 12:00

Сирень бөрөһө быуындар һыҙлауынан файҙалы

Сирень хуш еҫле генә түгел, шифалы ла: сәскә атҡан ваҡытта сәскәһен йыялар, ә уға тиклем – бөрөһөн һәм ҡайырын. 

Сирень бөрөһө быуындар һыҙлауынан файҙалыСирень бөрөһө быуындар һыҙлауынан файҙалы
Сирень бөрөһө быуындар һыҙлауынан файҙалы

 Сирень бөрөһөнән әҙерләнгән препараттар температураны төшөрә, ауыртыуҙы баҫа һәм быуындар ауыртҡанда файҙалы.

Радикулиттан. Бер ҡалаҡ бөрө онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, яңынан ҡайнатып сығарып, 5 – 6 сәғәт ҡапҡас аҫтында төнәтергә. Төнәтмәне ашырҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3 – 4 тапҡыр ¼ стакан эсергә.

Артрит, артроздан. Бер өлөш ваҡланған бөрөнгә араҡының дүрттән бер өлөшөн ҡойоп, ҡараңғы урында бер аҙна төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән бутап торорға онотмағыҙ. Төнәтмә әҙер булғас, төнгөлөккә быуындарҙы ыуырға мөмкин.  

Сирень бөрөһөнән май ҙа әҙерләргә була. Бының өсөн бер аҙ ваҡланған бөрөнө иретелгән аҡ май менән ныҡ итеп бутарға кәрәк һәм һуңынан һыуытҡыста һаҡларға.

Соңҡа нервыһы невритынан. Майҙы ауыртҡан урынға һөртөп, башты йылы шарф йәиһә яулыҡ менән бәйләп ҡуйырға.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас