

Шыршы бөрөһөнөң һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур, шулай уҡ эске ағзаларҙың йомшаҡ мускулатураһы ҡыҫылғанда ярҙам итә, организмда бәүел кислотаһы алмашыныуын яҡшырта.
Һалҡын тейеп йүтәлләгәндә бер ҡалаҡ ваҡланған шыршы бөрөһөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 5 – 7 минут тоторға һәм ярты сәғәт төнәтергә. Һуңынан һөҙөп, тағы бер аҙ ҡайнаған һыу өҫтәргә. Көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда йылы килеш ¼ стакан эсергә. Дауаланыу курсы – 7 – 8 көн.
Ревматизмдан, подагранан һәм шешенгәндә. Бер ҡалаҡ ваҡланған бөрөгә 2/3 стакан ҡайнар һыу ҡойоп термоста 2 – 3 сәғәт төнәтергә. Төнәтмәне берәр ҡалаҡлап ашарҙан алда көнөнә 3 – 4 тапҡыр эсергә.
Бронхит, ларингит, трахеиттан. Ике ҡалаҡ шыршы бөрөһөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 3 – 5 минут талғын утта тоторға һәм бер аҙ һыуынғандан һуң ингаляция эшләргә мөмкин.
Иғтибар итегеҙ! Ауырлы ваҡытта һәм бөйөрҙәрҙә етди ауырыу булғанда шыршы бөрөһө төнәтмәһен эсергә ярамай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.