Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель , 07:15

Иғтибар! Дауыл сығыуы ихтимал!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, көн торошоноң насар булыуы сәбәпле, ашығыс иҫкәртеү яһаны.

Иғтибар! Дауыл сығыуы ихтимал!Иғтибар! Дауыл сығыуы ихтимал!
Иғтибар! Дауыл сығыуы ихтимал!

Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы дауыл  сығыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.  Бөгөн ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 8–13 метр тиҙлектә иҫәсәк. Республиканың ҡайһы бер райондарында синоптиктар тиҙлектең секундына 17–22 метрға тиклем көсәйәсәген  дә фаразлай, ә Өфөлә  секундына 17 метрға тиклем етәсәк. Ямғыр һәм ҡар яуыуы арҡаһында юлдарҙа күреү мөмкинлеге 1–2 километрҙан кәмейәсәк. Республика буйынса һауа температураһы төндә +3...+8 градус, төньяҡ райондарҙа -2 градус. Көндөҙ термометр бағанаһы +5...+10 градусҡаса күтәрелә.

 Ҡотҡарыусылар республика халҡын һаҡлыҡ сараларын үтәргә саҡыра: ағастарҙан, тотороҡһоҙ ҡоролмаларҙан, реклама конструкцияларынан һәм һыу ятҡылыҡтарының ярҙарынан алыҫраҡ йөрөргә. Автомобиль хужаларына ҡыйыҡ, биналарҙың фасад элементтарынан зыян күрмәҫ өсөн транспортты елдән һаҡланған урындарҙа ҡалдырырға кәңәш итә.

Өфөлә ял көндәрендә лә ямғыр яуасаҡ.

Шәмбелә, 11 апрелдә,  шулай уҡ яуасаҡ,  төндә +1 градус ҡына йылы буласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас