

Бөгөн иртән, 10 апрелдә, Башҡортостан биләмәһендә пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.
Иртәнге сәғәт 7-се 19 минутта «Ракета хәүефе» иғлан ителә, ә сәғәт һигеҙенсе 24 минутта «БПЛА һөжүме хәүефе» режимы иғлан ителде.
«Ракета хәүефе» режимы һигеҙенсе 20 минутта алынды.