

Гөрләтеп донъя көтә улар: бал ҡортон да тәрбиәләргә, балыҡ тоторға ла, теплица төҙөргә лә, баҡса эштәре менән шөғөлләнергә лә - бөтә өлгөрәләр. Хужабикә "Бәйләнештә" махсус төркөм дә асҡан, унда көндәлек тормоштарын видеолар аша күрһәтеп бара.
Альбина апай башҡортса шиғырҙар ятлап, зарядка эшләп, аш-һыу серҙәре менән бүлешеп, барыбыҙға ла яҡшы өлгө күрһәтә!
Ай, афарин, "ауыл хужабикәһе"!
Фото һәм видео: Альбина Байгилдинаның төркөмөнән.