Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля , 10:27

Һыу һаман да таша!

Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы ташҡын һыуҙары кимәленең күтәрелеүе арҡаһында бер нисә юлда хәрәкәттең һаманғаса ябыҡ булыуы хаҡында хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыу һаман да таша!Һыу һаман да таша!
Һыу һаман да таша!

Айырата әйткәндә, Иҫке Собханғол–Мораҡ автомобиль юлының 64–98 саҡрымында;

Белорет районында Үрге Әүжән - Исмаҡай – Оло Йылға – Ишле - Туҡан – Егәҙе автомобиль юлының 20–41 саҡрымында;

Иглин ауылының Көньяҡ урау юлында;

Бишбүләк районы Набережный ауылы янында Дим йылғаһы аша күперҙә хәрәкәт сикләнгән.

Уның ҡарауы, Яңауыл-Иҫке Күрҙем юлындағы күперҙе асҡандар.

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон-112.

Фото: https://web.max.ru/-69166273896467

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова