Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель , 10:00

Вахтаға китә һәм унан кире әйләнеп ҡайтмай

Өфө ҡыҙы тыуған яғынан алыҫта һәләк була.

Вахтаға китә һәм унан кире әйләнеп ҡайтмайВахтаға китә һәм унан кире әйләнеп ҡайтмай
Вахтаға китә һәм унан кире әйләнеп ҡайтмай

Өфө ҡыҙы Иркутск өлкәһенә эшкә киткән һәм һәләк булған. Суд уның ата-әсәһенә өс миллион һум компенсация  түләү тураһында ҡарар сығара.

БР Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың декабрендә Өфө ҡыҙы Иркутск өлкәһе Усть-кутский районының Марков нефть-газ конденсаты ятҡылығы биләмәһендә урынлашҡан нефть компанияһының газ эшкәртеү цехында эшләгән. Производствола бәхетһеҙ осраҡ килеп сыға, һәм подряд ойошмаһы хеҙмәткәре алған йәрәхәттәренән вафат була.

Прокуратуранан судҡа компаниянан  ҡыҙҙың ата-әсәһенә  мораль зыянды компенсациялауҙы талап итеү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итәләр.

Суд был талаптарҙы ҡәнәғәтләндерә һәм яуап биреүселәрҙе һәләк булған ҡыҙҙың ата-әсәһенә  өс миллион һум аҡса түләргә мәжбүр итә. Суд ҡарары үтәлә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас