Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля , 06:35

Ул енәйәт асыҡланмаҫ тип уйлай

Әммә 27 йылдан һуң Башҡортостанда 90-сы йылдарҙың ҡот осҡос сере асыла.

Ул енәйәт асыҡланмаҫ тип уйлайУл енәйәт асыҡланмаҫ тип уйлай
Ул енәйәт асыҡланмаҫ тип уйлай

Туймазы район-ара суды 1999 йылда үлтереүҙә ғәйепләнгән 44 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Был хаҡта БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

 1999 йылдың июнендә 17 йәшлек егет 65 йәшлек танышына бурысын алырға килә.

Был үтенес кире ҡағылғас, бәлиғ булмаған егет ирҙең башына 10 тапҡыр сүкеш менән һуға, шулай уҡ муйынына бысаҡ ҡаҙай. Шунан һуң ул өйгә инә, көнкүреш техникаһын урлай һәм енәйәт урынынан ҡаса.

Ир Калининградта йәшәгән. Уның шәхесен дактилоскопик иҫәпләүҙәр базаһын тикшереү ярҙамында асыҡлайҙар, ул элек тә хөкөм ителгән була. Әле ирҙе ете йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас