Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля , 04:40

Уңышлы программа дауам итәсәк

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында республиканың 2027 йылда "Агропрофессионалитет" программаһында ҡатнашыуы өсөн берҙәм ғариза әҙерләнә башланы.

Уңышлы программа дауам итәсәкУңышлы программа дауам итәсәк
Уңышлы программа дауам итәсәк
Программа буйынса ғаризалар ҡабул итеү РФ Ауыл хужалығы министрлығында 13 апрелдә старт ала. Ҡатнашыусы төбәктәргә "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проектының "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" федераль проекты буйынса аграр йүнәлешле урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә грант бүленә.
Беҙҙең Башҡорт дәүләт университетының "Өфө" уҡыу-ғилми үҙәге проекты (әлегә шартлы исем) әҙерләнә, ошо көндәрҙә уның буйынса фекер алышыу үткән.
Әйткәндәй, "Агропрофессионалитет" программаһына быйыл 13 төбәктән 18 проект һайлап алынған, шуларҙың икәүһе - Башҡортостандан (Аксен һәм Урал аръяғы агроколледждарыныҡы).
 
Фото: Минсельхоз РБ, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас