Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель , 12:55

Туйсиндарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен! 

Туйсиндарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙТуйсиндарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ
Туйсиндарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

11 балалы Туйсиндарҙың йыр-моңға ғашиҡ, ҙур, татыу ғаиләһенән бихисап күренекле шәхестәр сыҡҡан.

Яңыраҡ Туйсиндар ауыр ҡайғы кисерә. "Иң бәләкәйебеҙ, 1982 йылғы ҡустыбыҙ,  Айнурыбыҙ ҡапыл вафат булды. Уға 43 кенә йәш ине. Матур донъяларға ҡыуанып йәшәргә лә йәшәргә ине. Ике балаһы етем  ҡалды. Ваҡытында Мәскәүҙә Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына ҙур конкурстан үтеп уҡырға ла ингәйне. Тыуған яғын һағыныуҙан үҙебеҙгә ҡайтып, Сибай сәнғәт училищеһын тамамланы, таланты егет ине..." , - ти уларҙың иң өлкән апайҙары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Туйсина.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас