Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель , 11:30

Тешен дауалайым тигәнсе, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалған

Америкала стоматологҡа барғандан һуң, 34 йәшлек  ир  аяҡ- ҡулһыҙ ҡалған.

Тешен дауалайым тигәнсе, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалғанТешен дауалайым тигәнсе, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалған
Тешен дауалайым тигәнсе, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалған

    Теш ҡаҙналары ялҡынһыныу сәбәпле, Техас кешеһе   стоматологҡа   күренергә килгән. Табип   ҡағылыу менән, ирҙең теш ҡаҙналары ҡанай башлаған. 45 минуттан хәле ныҡ насарайған, ҡалтыранырға тотонған. Вантерпулды дауаханаға оҙатҡандар, әммә уның хәле насарайғандан-насарайған. Сепсис башланған, һуңынан йөрәге тибеүҙән туҡтаған.  

 Медиктар пациентты аппаратҡа тоташтырған, әммә уның туҡымалары үлә башлаған. Ирҙе ҡотҡарыу өсөн уның уң аяғын, уң ҡулының суғын, тубыҡтан аҫта һул аяғын һәм һул яурынын ампутацияларға тура килгән.   

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас