

Башҡортостанда суд әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнгән 25 йәшлек иргә ҡарата һаҡлыҡ сараһын оҙайтыу тураһында ҡарар сығарҙы.
Башҡортостан республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ғәйепләнеүсе 11 июнгә тиклем һаҡ аҫтында буласаҡ.
Эш материалдарына ярашлы, ул менән әсә араһында конфликт сыға. Ир ванна бүлмәһендә балта таба, шунан һуң кухняға инә. Ул әсәһен иҙәнгә йөҙө менән һала һәм муйынына күп тапҡырҙар балта менән һуға, ҡатын урында йән бирә. Шунан һуң ғәйепләнеүсе кәүҙәне киҫеп, уның өлөштәрен полиэтилен пакеттарға, быяла банкаларға һәм пластик һауыттарға һала.
Ирҙең ҡатнашлығы тикшереү һәм оператив-эҙләү саралары барышында асыҡлана.
Элек ғәйепләнеүсе һәм уның адвокаты һаҡ аҫтына алыуға ҡаршы була һәм башҡа иҫкәртеү сараһын һайлау тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә, әммә суд ирҙе СИЗО-ла тотоу тураһында ҡарар ҡабул итә.