

Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский социаль селтәрҙә яҙыуынса, улар ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмә үткәргән. Унда электр самоткаттарында йөрөү темаһы күтәрелгән. Был йүнәлештә эшләүсе вәкилдәр ҙә саҡырылған.
"Юлдағы хәл-торошто анализлау күрһәтеүенсә, граждандар ҡала урамдарында самокатта йөрөү ҡағиҙәләрен үтәмәй, башҡаларҙың хоҡуғын боҙа. Шул сәбәпле, кәңәшләшеп ҡарар алдыҡ - ҡалала шәхси мобиль транспорт сараларында йөрөүҙе тыйырға. Махсус йыһазландырылған урындарға - Мәскәү проспекты менән 33-сө биҫтәгә - был сикләү ҡағылмай. Хакимиәттә әле ҡарар әҙерләнә, ғәмәлгә инеү ваҡытын әйтербеҙ", - тип яҙған мэр "Бәйләнештә".
Башҡа ҡалалар ҙа улар артынан "ҡуҙғалырмы", әлегә билдәһеҙ...
Фото: Алексей Пальчинский, вк