+9 °С
Дождь
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля , 10:00
Осоноуҙы халыҡ ысулдары менән дауалау
Осоноуҙың нимә икәне күптәргә яҡшы таныштыр. Ғәҙәттә ауыҙ тирәһенә нимәлер сығып, боҙола башлай.
Осоноуҙы халыҡ ысулдары менән дауалау
Герпес сыға башлаһа, ошондай ысул менән дауалап ҡарағыҙ: бер ҡалаҡ көлгә бер ҡалаҡ бал һәм бер нисә һарымһаҡ киҫәген ваҡлап ҡушып, яҡшылап бутап, ҡатнашма эшләргә лә, көнөнә бер нисә тапҡыр герпесҡа һөртөргә.
Шулай уҡ осонған урынды алоэ һуты менән ыуырға. Быны мамыҡ таяҡсалары ҡулланып эшләргә мөмкин.
Яҡшы итеп киптереү өсөн мамыҡ таяҡсаны 70 процентлы спиртҡа манып, күперектәргә һөртөргә.
Ососнған урын бер аҙ кипкәс, һарымһаҡ киҫәген урталай ҡырҡып, шуның менән йыш-йыш ыуырға мөмкин.
Һалҡын алдырғандан һуң, герпес сыҡмаһын тиһәгеҙ, бер нисә көн буйы берәр ҡалаҡ яңы һығылған алоэ һутын 2:1 иҫәбенән бал менән бутап, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
ГОсосноуҙан тәбиғи эфир майҙары (аҡ шыршы, лаванда, сәй ағасы майҙары) яҡшы ярҙам итә. Уны зарарланған урынға көнөнә дүрт тапҡыр һөртөргә кәрәк.
Герпес енси ағзаларға ла сыға. Уны дауалау өсөн ҡайын бөрөһө төнәтмәһен ҡулланырға мөмкин. Бер ҡалаҡ ҡайын бөрөһөн 200 мл ҡайнар һөткә һалып, биш минут бешерергә. Һыуынғас, һөҙөп, бер нисә ҡат марляны йәки бинтты манып алып, еңелсә һыҡҡандан һуң, 10 минутҡа зарарланған урынға ябырға.
Эфир майҙары ҡушылған ванна инергә мөмкин. Әммә һыуы артыҡ эҫе булмаһын һәм 15 минуттан артыҡ ятырға ярамай.
Сөйәл үләнен ваҡлап, 1:1 нисбәтендә бал ҡушып, ауыртҡан урынға һөртөргә.
Дарыу үләндәренән япмалар ҙа файҙалы. 100 мл ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ тырнаҡ гөлө йә ромашка һалып, бер сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Мамыҡ киҫәген шул төнәтмәгә манып герпесҡа ябырға. Ярты сәғәт һайын яңыртып торорға кәрәк.
Осоноуҙы тыштан ғына түгел, эстән дә дауаларға кәрәк. Бының өсөн бер-ике ҡалаҡ ваҡланған мелиссаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста бер-ике сәғәт төнәтергә һәм ашағандан һуң, көнөнә өс тапҡыр 75 мл эсергә.
Тағы бер һыналған дауалау сараһы: балан төнәтмәһе. Дүрт ҡалаҡ балан емешен яҡшылап иҙеп, өҫтөнә 300 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм биш сәғәт тирәһе төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә дүрт тапҡыр 100-әр мл эсергә.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"