

Магазинда Пасхаға йомортҡаларҙы буярға махсус рәүештә һуғандың ҡабығын таҙартҡан өсөн штрафҡа йәлеп итеүҙәре бар. Был хаҡта "Жорин һәм партнерҙары" адвокаттар коллегияһының башлығы Сергей Жорин хәбәр итә. Юрист әйтеүенсә, әгәр ҙә һатып алыусы йәшелсәнән махсус рәүештә ҡабығын һыҙырып ала икән, уның ғәмәлен магазиндың мөлкәтенә зыян килтереү тип баһаларға мөмкин. Аңлы рәүештә аҙыҡтың тышҡы йөҙөн боҙған өсөн рәсәйҙәргә 300 һумдан 500 һумға тиклем штраф һалыуҙары ихтимал.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.