Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель , 10:57

Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, журналист, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға – 55 йәш.

Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үттеМөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте
Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте

Ошо айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уның ижадын яратыусылар, коллегалары, дуҫтары һәм яҡташтары йыйылды. Һәр береһе юбилярға йылы теләктәрен еткерҙе.

Мөнир Сәхиулла улы үҙе лә, ҡунаҡтар ҙа йәшлек хәтирәләренә бирелеп, уның журналистикала тәүге аҙымдарын, беренсе әҫәрҙәрен, китаптарын иҫкә алды. Бөгөн иһә Мөнир Ҡунафин – күп китаптар авторы. Махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтҡан журналист яу яланындағы ваҡиғалар хаҡында ла әҫәрҙәр ижад итә.

Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ илһам теләйбеҙ.

Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте
Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте
Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте
Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте
Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте
Мөнир Ҡунафиндың ижад кисәһе үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас