Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель , 10:44

Көслө ел, йәшен көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, көндөң икенсе яртыһында республикала елдең урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, йәшен йәшнәүе көтөлә.

Көслө ел, йәшен көтөләКөслө ел, йәшен көтөлә
Көслө ел, йәшен көтөлә

Ошо хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иҫкәртеп, мөмкин тиклем өйҙә ҡалырға, ә урамға сыҡҡанда бик һаҡ булырға кәңәш итә:

- Ағастар, реклама конструкциялары һәм электр тапшырыу линиялары янында булыу бик хәүефле, шулай уҡ юлдарҙа һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112-се номерға шылтыратығыҙ!

Фото: https://web.max.ru/-69150429031004

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас