

Экспромт" инструменталь ансамбле ( етәксеһе Рогив Р. А.)тамашасыларҙы дәртле көйҙәре менән ҡыуандырҙы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Ралия Аюпова " Мең" ырыуы ерлегендә тыуған халыҡ йырҙарын башҡарһа, Рафаил Дәүләтбаев " Дәүләкән "йыры менән күңелдәрҙе имләне. Берекмә ағзалары үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы, йыр күстәнәстәренән дә ауыҙ иттерҙе.
Күренекле шағирҙар һәм яҙыусылар Тамара Юлдашева, Хисмәтулла Юлдашев, Әхмәр Үтәбай, Миләүшә Ҡаһарманова, Мөнир Ҡунафин, яҡташтарыбыҙ Лариса Абдуллина, Олеся Әхмәтрәхимоваларҙың килеп, сығыш яһауы был сараға бер мәртәбә өҫтәне.
Әҙәби-музыкаль ҡунаҡхананы "Дим" әҙәби берекмәһе етәксеһе Миңзәлә Хәлилова алып барҙы. Дәүләкән районының мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов сараны ойоштороуҙа булышлыҡ иткән өсөн Яҙыусылар союзына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.