

Ҡайын бөрөһө
Күптәрҙең яратҡан ағасы ҡайын халыҡта элек-электән үҙенең шифалы үҙенсәлектәре менән дә билдәле. Айырыуса бөрөләре файҙалы: микробтарға ҡаршы ла ҡулланыла, ҡанды туҡтатыу, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә лә эйә, көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ та тәҡдим ителә.
Ҡайын бөрөһөнән шифалы төнәтмә әҙерләйҙәр.
Пиелонефрит, бөйөр ауыртҡанда, бөйөрҙә таш булғанда ашағандан һуң көнөнә 3 – 4 тапҡыр ике ҡалаҡ эсергә.
Гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгендә сей яра булғанда бер балғалаҡ төнәтмәне бер рюмка араҡыға ҡушып, ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Тромбофлебит булғанда, аяҡ ҡан тамырҙары киңәйгәндә көнөнә 2 – 3 тапҡыр ҡалҡып, ҡабарып торған тамырҙарҙарға һөртөргә.
Ауыҙ тирәһе боҙолғанда көнөнә бер-ике тапҡыр төнәтмә һөртөргә мөмкин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.