

9 апрелдә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә урыны менән генә яуым-төшөм булһа, көндөҙ республиканың бөтә территорияһында тиерлек ямғыр яуыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында томан төндә һәм иртән — күреү мөмкинлеге 500-1000 метр тәшкил итәсәк. Көнсығыш Һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендәге ел секундына 8 метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ секундына 14 метрға етәсәк. Һауа температура төндә +3… +8 градус, аяҙытҡанда -2 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы +11...+16 градус.
Бөгөн кис Өфөгә ҡойма ямғырҙар килә, тип хәбәр итә «росгидромет».
Йоманан, 10 апрелдән, һауа торошо ҡырҡа насарая: ямғыр көсәйә, республиканың ҡайһы бер райондарында елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса төбәк дәүләт комитеты халыҡҡа мөмкин тиклем өйҙә ҡалырға, урамға
сыҡҡандарға ағастарҙан, реклама конструкцияларынан һәм электр линияларынан алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш итә. Йома көндөҙгө һауа температураһы +5...+10 градус.
Ямғырҙар шәмбе һәм йәкшәмбе, 11 һәм 12 апрелдә лә дауам итә.
Төндә һауа температураһы +1, көндөҙ +15 градус.
Апрелдең өсөнсө аҙнаһында Өфөлә ҡырау төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, төндә һауа температураһы -1 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ максималь күрһәткес +9 градус тирәһе булыуы көтөлә.