Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля , 09:40

Абруйлы премияға ғаризалар ҡабул ителә

Кисә, йәғни 8 апрелдә "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Абруйлы премияға ғаризалар ҡабул ителәАбруйлы премияға ғаризалар ҡабул ителә
Абруйлы премияға ғаризалар ҡабул ителә

Был турала БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина белдерҙе. Конкурста республикабыҙҙа кәмендә биш йыл даими йәшәүсе һәм балаларын лайыҡлы тәрбиәләүсе атайҙар ҡатнаша ала. Еңеүселәргә түшкә тағыла торған билдә, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Ғаризалар 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыусы анкетаны махсус порталда (баҫып үтегеҙ) тултыра ала.

Башҡортостанда «Атайлыҡ ҡаһарманлығы» наградаһы 2020 йылдан тапшырыла башланы, 200-гә яҡын атай лауреат исеменә лайыҡ булды.

Фото: Т. Аманов.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас