

2026 йылдың мартында «ЛизаАлерт Башҡортостан» эҙәрмәндәр отряды юғалған кешеләрҙе эҙләү тураһында 69 мөрәжәғәт ҡабул итә. Уларҙың 60 - ы тере килеш, өсәүһенең мәйете генә табыла. Дүрт ғариза раҫланмай. Ике кешенең яҙмышы билдәһеҙ ҡала: ирекмәндәр уларҙы эҙләүен дауам итә, ориентирҙар тарата һәм шаһиттарҙың күрһәтмәләрен тикшерә.
Юғалған кеше тураһында тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8(800)700-54-52 номеры буйынса хәбәр итергә мөмкин.