Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апреля , 04:28

Үтә шашҡан...

Өфө полицияһының коррупцияға ҡаршы бүлегенең элекке етәксеһен 10 йылға ултырттылар. Бынан тыш суд уға 45 миллион һум штраф һалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үтә шашҡан...Үтә шашҡан...
Үтә шашҡан...

Коррупцияға ҡаршы көрәшер урынға ул үҙе ике танышы менән ҡомарлы уйындар үткәреүҙе ойошторған, йәшерен казиноның эшмәкәрлегенә булышлыҡ иткән, хужаларын тикшереүҙәр хаҡында алдан иҫкәртеп йөрөгән, табыштың 50 % үҙенә алған.

Рәхмәт йөҙөнән казино хужалары уға хаҡы миллион һумдан ашыу торған ҡыйбатлы сәғәт һәм 3,25 миллион һум аҡса бүләк иткән.

2022 йылда уны сираттағы ришүәтте алғанда тотҡандар. Ир үҙенең ғәйебен танымай. Шуға ҡарамаҫтан суд уны ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте, 45 млн һум штраф һалды. Экс-етәксе подполковник исеменән дә мәхрүм ҡалды.

Фото һәм видео: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова